5:34 PM
НОЯБРЬСК "МӘҒРИФӘТ" ОЙОШМАҺЫ КӘҢӘШМӘҺЕ

17 ғинуарҙа Ноябрьск ҡалаһының йәмиғ мәсетендә "Мәғрифәт" дини ойошманың кәңәшмәһе уҙғарылды. Был мәсеттең яңы имам-хатыбы етәкселегендә уҙғарылған тәүге кәңәшмә шуға күрә тәү сиратта "Мәғрифәт" ойошмаһының яңы йылдағы эшмәкәрлегенә һәм уның составына бәйле  мәсъәләләр ҡаралды. Тәү сиратта ойошманың составы яңартылды. Уставҡа ярашлы, кәңәшмәнең рәйесе итеп мәсеттең имам-хатыбы Мөхәммәт Мансуров һайланды, шулай уҡ ревизиялау составы ойошторолдо.

2015 йылдың планы үҙенең төптән уйлап әҙерләнгәнлеге менән иғтибарҙы йәлеп итә. Бында йәмғиәт тарафынан эшләнергә тейешле 50-ләгән мәсъәлә планлаштырылған. Шулар араһында - дини байрамдарҙы үткәреү, ислам диненә мосолмандарҙы ылыҡтырыу, өйрәтеү ҡаралған. Бигерәк тә яңы йылда ҡала хәкимиәте, урындығы полиция, ФМС, ФСМИ ойошмалары менән бәйләнеште нығытыу төп бурыстарҙың береһе булып тора, шулай уҡ мәсет тарафынан Ҡазан һәм Болғарға барыу ҙа  ойоштороласаҡ.

Киләһе кәңәшмә ике аҙнанан үткәрергә тигән ҡарар ҡабул ителде. Бында инде Ноябрьск ҡалаһы мосолмандарының аҡһаҡалдар составы һайланыласаҡ.

Просмотров: 397 | Добавил: bashkir | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
close