7:26 PM
НОЯБРЬСК МӘСЕТЕНДӘГЕ МӘҮЛИД БАЙРАМЫ

Бөгөн Ноябрьск йәмиғ мәсетендә Пәйғәмбәр Мөхәммәд саллаллаһү ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөн үткәрҙеләр. Мосолмандар алдында Ҡөрьән аяттарын, Салаваттар, мөнәжәттәр, тәкбирҙәр уҡынылар. Мәүлидте мәсеттең имам - хатыбы Мөхәммәд Мансуров һәм Дағыстандан килгән имамдар үткәрҙе.

Мәүлидкә килгәндә инде шуны әйтеп китеү мөһим- Мөхәммәд саллаллаһү ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнө сахабиҙар һәм табиинлар ваҡытында байрам ителмәй. Өҫтә әйтеп үтелгән ғөрөф – ғәҙәттәр мосолмандар көнөнә  бер нисә тапҡыр яһай торған ғәҙәти хәл. Пәйғәмбәр Мөхәммәд  ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнө асыҡ ҡына билдәле түгел, шуға күрә мосолмандар уны Рәббиғүл-әүүәл айы көндәренең береһендә билдәләйҙәр. Килгән ҡунаҡтар мосолмандар араһында Мөхәммәд саллаллаһү ғәләйһис-сәләмдең тормошон ҡағылышлы бәйге үткәрҙеләр. Пәйғәмбәрҙең тормошон иң яҡшы белгәндәр Мөхәммәд саллаллаһү ғәләйһис-сәләмдең тормошон бәян иткән иҫтәлекле китаптар менән бүләкләнде.

Башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Гөлнара Глухарева ярҙамында байрамса әҙерләнгән һый-хөрмәтле өҫтәл байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Ҡатын-ҡыҙҙар сәй артында ла пәйғәмбәрҙең тормошо хаҡында үҙ белгәндәре менән уртаҡлаштылар, олораҡ апайҙар мөнәжәттәр, пәйғәмбәргә салауат әйттеүҙәрен дауам итте.

Урамдағы -40 һалҡынлығына ҡарамаҫтан башҡа йылдар менән сағыштырғанда ла  мәсеттә бик күп мосолман йыйылды. Был бик яҡшы күренеш. Мөмкин булған ҡәҙәр пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһү ғәләйһис-сәләмдең дәрәжәһен күтәрергә кәрәк. Уның донья ҡайғыртып йәшәмәүе, бары динен генә ҡайғыртып тормош итеүе  сифаты бар мосолмандар өсөн өлгө булып тора.

 

Просмотров: 551 | Добавил: bashkir | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
close