27 апрелдән Рәсәй-1 каналы яңылыҡтарҙы башҡорт телендә лә күрһәтә башлай. «Башҡортостан» ДТРК-ның милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Вилдан Ғәлин һүҙҙәренсә, көн һайын шундай ике программа эфирға сығасаҡ.
— Башҡорт телендәге яңылыҡтарҙы иртәнге сәғәт 10-сы 5 минутта һәм көндөҙгө 3-сө яртыла ҡарарға мөмкин, — тип һөйләне Вилдан Ғәлин.
Каналда башҡорт телендә яңылыҡтар «Башҡортостан» ДТРК-ның генераль директоры Азамат Сәлиховтың башланғысы буйынса барлыҡҡа килде. Ошо мәсьәлә үткән аҙнала компанияға республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Бөтә Рәсәй дәүләт те
...
Читать дальше »