Унда Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ошо ауылда тыуыусылар йыйылды. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында иртә менән аҙан тауышы иман йортона саҡырҙы. Һәр изге эштең, ғибәҙәттәрҙең фатиха алыуҙан башланыуы мосолман халҡына хас сифат. Урман-Бишҡаҙаҡта тәү тапҡыр үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы ла мәсеткә йыйылып хәйер һалыу, аят-доғалар уҡыуҙан башланды.

Күркәм сараға Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар, тыуған яғын һағынып яҡташтар, ауылдаштар ҡайтҡайны. Урындағы халыҡ ҡунаҡтарҙы байрам өҫтәлдәре, йыр-бейеү менән ҡаршы алды.Борондан Торатау халҡыбыҙҙың йыйындар, байрамдар ойоштороу урыны булған. Нәҡ ошо изге тау итәгендә урынлашҡан Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы халҡы ата-бабаларыбыҙҙың изге ... Читать дальше »

Просмотров: 990 | Добавил: bashkir | Дата: 2015-07-29 | Комментарии (0)

close