Быйыл республиканан 132 кеше изге сәфәргә барыу теләген белдергән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға аҙыраҡ. 

Әлфирә Яварова улы Александр менән изге сәфәр алынан юл намаҙын уҡый. Хажға улар 3 йыл буйына әҙерләнгән. Быйыл ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан аллаһы тәғәлә үҙе юл асты тип ҡыуана Әлфирә ханым. 

Юл тоҡсайҙары әҙерләнгән, унда гигиена кәрәк-яраҡтары, тиҙ әҙерләнә торған аҙыҡ-түлек һәм еңелсә кейем. Александр 2010 йылда Исламды ҡабул иткәс Искәндәр исемен ала. Хажға барыу һәр мосолмандың изге бурысы ти ул.

... Читать дальше »

Просмотров: 367 | Добавил: bashkir | Дата: 2015-09-04 | Комментарии (0)

close