Үткән аҙнала бер –нисә йыл барыһын да борсоған мәсъәләгә асыҡлыҡ индерелде. Торатау СОДА-ға етештереү өсөн бирелмәйәсәк. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә үткән медиафорумда шулай, тип белдерҙе. Был хәбәр тотош Республика,айырыуса, тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан Ишембай районы халҡын ҡыуандырҙы. Тау эргәһендә урынлашҡан Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы халҡы әйтеүенсә, Торатауҙы ҡурсалап ҡалыуҙы иң әһәмиәтле ҡаҙаныш, тип атарға мөмкин. Йома һайын Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәсетендә халыҡ күп. Өлкәне лә, кесеһе лә тыныс тормош һәм мәрхәмәтлектән тыш, һуңғы йылдарҙа Хоҙай тәғәләнән изге Торатауҙы һаҡлауҙы ла һорап килде. Был юлы инде улар Торатауҙы һаҡлап ҡалыусыларға рәхмәт уҡый. Торатау яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалған мәлдәр бер-нисә тапҡыр булды. Геологик эҙләнеүҙәр үткәреп,айырыуса һаҡланған ҡомартҡы статусы алынырға ла күп ҡалмағайны. СОДА йәмғиәтенең ошо тауҙан тыш с
...
Читать дальше »